Бөтә яңылыҡтар

Ейәндәргә изге аманат итеп

Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина күп йылдар алып барған эҙләнеү-тикшеренеү эше һөҙөмтәһе итеп, бөгөн оло әһәмиәткә эйә “Беләм! Хәтерләйем! Ғорурланам!” тигән проект яҙа.

Ер йөҙөндә бер ни ҙә эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел. Ғүмере буйы тыуған халҡына хеҙмәт итеп, уларҙың шат, тыныс тормошта йәшәүе өсөн көрәшкән һәр кемде беҙ тәрән ихтирам менән хәтерләргә, улар тураһында киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылында “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, мәғариф ветераны Фәнирә Мәүли ҡыҙы ла нәҡ ошо маҡсат менән күп йылдар алып барған эҙләнеү-тикшеренеү эше һөҙөмтәһе итеп, бөгөн оло әһәмиәткә эйә проектты яҙа.
— Илебеҙ менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алабыҙ. Һуғыш йылдары алыҫлаша барһа ла, уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Ул йылдарҙа күргән ауырлыҡтарҙы һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре бөгөн дә онотмай. Шуныһы ҡыҙғаныс, утты-һыуҙы кискән яугирҙар көндән-көн аҙая, ә беҙҙең Ҡарткиҫәк ауылында берәү ҙә ҡалманы. Тыуған илебеҙ өсөн ҡорбан булған һалдаттарҙы беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ошо ауыр көндәр тураһында ейәндәрем дә белһен, олатай-өләсәйҙәренең Бөйөк Еңеүгә ниндәй ҙур өлөш индергәндәрен онотмаһын өсөн, ирем, балаларым, ейәндәрем менән бергәләп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына — "Тарихтың 75 бите" девизы аҫтында “Беләм! Хәтерләйем! Ғорурланам!” тигән проект эшен башҡарҙыҡ, — тип һөйләне
Фәнирә Мәүли ҡыҙы. — Был проект өҫтөндә эшләгәндә беҙ фотолар, открыткалар, документтар, наградалар, хәтирәләр йыйҙыҡ. «Подвиг народа» сайтында эҙләнеп, олатайҙарыбыҙҙың һәм туғандарыбыҙҙың наградаларын таптыҡ.
Ҡарткиҫәк ауылынан 177 кеше һуғышҡа киткән, шуларҙың 103-ө иҫән-һау ҡайтҡан, 74-е яу яландарында башын һалған. Ата-әсәйем яҡлап һуғышта 14 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың бишеһе һәләк булған.
Атайым Мәүли Ғәлим улы Ғәлимов һәм уның ағаһы Зарифулла иҫән ҡайта. Ә бер туған апаһы Тәнзилә һәм ағалары Нурлығаян менән Фәйзелғаян яу яландарында башын һала.
Тормош иптәшем Әхәттең атаһы Әбделхәй Нәбиулла улы Нәбиуллин 1925 йылғы, 18 йәштә һуғышҡа китә. Йыраҡ Көнсығышта хеҙмәт итә. Тыныс тормошта ветеринар, ферма мөдире лә булып эшләй. Ул 1992 йылда донъя ҡуйҙы.
Был проектта беҙ тылдағы хеҙмәтсәндәр тураһында бик күп мәғлүмәт йыйҙыҡ. Әсәйем Фәржидә Шәғәйүп ҡыҙы Ғәлимова тураһында ентекле яҙып, ейәндәремә һөйләнем. Ғөмүмән, был проектты бик ҡиммәтле ҡомартҡыға тиңләйем. Унда ауыл һәм нәҫелебеҙ тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары тураһында бай мәғлүмәт, төрлө йылдарҙа төшкән иҫтәлекле фотолар, гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан һүрәтләмәләр, Почет грамоталары, документ күсермәләре, наградалар, Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылдары уңайынан Ҡотлау открыткалары – барыһы ла ингән. Маҡсатыбыҙ: ошо эште йыл да тулыландырып, киләсәк быуындарға ла изге аманат итеп тапшырыу. Ейәндәрем һәм уларҙың тыуасаҡ балалары бөгөнгө тыныс тормоштоң ата-бабаларыбыҙ тарафынан ниндәй ҙур юғалтыуҙар, ауырлыҡтар аша яулап алынғанын оноторға тейеш түгел. Шуға ла проектты “Беләм! Хәтерләйем! Ғорурланам!” тип атаным.
Читайте нас: