Бөтә яңылыҡтар

Батырҙар – халыҡ күңелендә

Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин бөгөн Төлгөҙбаш ауылында Советтар Союзы Геройы Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов ҡәберенә лә сәскәләр һалды.

Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. Был юғары исемдең билдәһе булып “алтын йондоҙ” миҙалы тора. Асҡын районынан биш яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Шуларҙың береһе – Төлгөҙбаш ауылынан Сәлимйән Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов.

Сәлимйән Ғәлимйәнов 1942 йылдан башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Воронеж, Ялан һәм 2-се Украина фронттарында хеҙмәт иткән. “Алтын Йондоҙ” миҙалы (26.10.1943), Ленин ордены (26.10.1943), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (13.10.1943), “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң Сәлимйән Ғәлимйән улы оҙон матур ғүмер кисереп, 2005 йылда вафат була. Ул ҡатыны менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән, һәр эштә ҡатнашып, халыҡ менән тығыҙ аралашып йәшәгән. Бөгөн балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре ҡаһарман атай-олатайҙарының ҡәберен тәрбиәләп тора. Яугирҙы ауылдаштары оло хөрмәт менән ғорурланып иҫкә ала.

Ауылдың аҡһаҡалы, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин яугир ауылдаштарының тормош һәм яу юлын өйрәнеп, йәш быуынға еткереүҙә ҙур өлөш индерә.

Сарала ауыл старостаһы Ҡәлфәт Фазлутдинов һәм Сәлимйән Ғәлимйәновтың ейәне Айнур Ғәлимйәнов та ҡатнашты.

Наилә Имаева.



Читайте нас: