Бөтә яңылыҡтар

Батырҙар даны – мәңгелек!

Бөйөк Еңеү көнө алдынан район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин Асҡын ауылында Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаковтың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин Асҡын ауылында Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаковтың ҡәберенә сәскәләр һалды.



Еңеү көнөн лайыҡлы билдәләү – барыбыҙҙың да мөҡәддәс бурысы, сөнки беҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ғына түгел, ә уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренең күңелдәренә лә тәрән инеп ултырған.

Пандемия сәбәпле, быйыл ветерандар ҡатнашлығында саралар ойошторолмаһа ла, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын республикабыҙ һәм районыбыҙ ҙур әҙерлек менән ҡаршылай. Еңеү көнөнә бағышлап бик күп онлайн-саралар үтте. Иң мөһиме, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт һәм төрлө ярҙам күрһәтелә, беҙҙең арала булмаған яугирҙарҙы иҫкә алып, ҡәберҙәренә сәскәләр һалына.

Бөгөн, Бөйөк Еңеү көнө алдынан, район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин Асҡын ауылында Советтар Союзы Геройы Степан Александрович Казаковтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Сарала Асҡын ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Илгиз Азһар улы Васфиев та ҡатнашты.

Наилә Имаева.



Читайте нас: