Бөтә яңылыҡтар

Упҡанкүл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә — “Изге ялған” драмаһы

Бөгөн Упҡанкүл ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Театраль рампа” район фестиваль-конкурсы сиктәрендә Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған” драмаһы ҡуйылды.Материалды тулыраҡ итеп сайтҡа инеп уҡый алаһығыҙ.

Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығына арнап сәхнәләштерелгән әҫәр жюри ағзаларының юғары баһаһын ала. Хәмиҙә Ҡасимова — Кәримә Абдулла ҡыҙы, Зөбәржәт Әминева — Мария Павловна, Рәшиҙә Борханова — почтальон, Аяз Сафин лейтенант ролдәрен оҫта итеп башҡара.
  • “Изге ялған” драмаһы — башҡорт драматургы Рәшит Хөсәйеновтың ирен дә, улын да аяуһыҙ һуғышта юғалтҡан әсә тураһындағы бик ҡыҙғаныс әҫәре. Һәүәҫкәр артистарыбыҙ һәр репетицияға йөрөп, һүҙҙәрҙе ятлап, ролдәргә инеп, оҫта уйнаны. Апалы-һеңлеле Хәмиҙә Ҡасимова менән Рәшиҙә Борханова мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнаша, оҫта бейейҙәр, матур йырлайҙар. Хәмиҙә бирелә техник хеҙмәткәр булып эшләй. Мәктәп уҡыусыларының да ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуы бик ҡыуаныслы. Упҡанкүл мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Аяз Сафин — һәләтле йәштәребеҙҙең береһе. Ул даими рәүештә балалар спектаклдәрендә ҡатнашты, быйыл бына “Театраль рампа”ла оҫта сығыш яһаны, — тип фестиваль-конкурсҡа әҙерлек тураһында һөйләне һәм һәүәҫкәр артистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Зөбәржәт Ғәфиф ҡыҙы.
  • Читайте нас: