Бөтә яңылыҡтар

Солтанай һәм Упҡанкүл ауылдары һәүәҫкәр йырсылары матур концерт ойошторҙо

“Мәңгелек ут” капсулаһы Яубүләк ауыл биләмәһенән Петропавловка ауыл биләмәһенә тапшырылды


"Йырсы ауыл" вокаль ижады район фестиваль-марафоны сиктәрендә бөгөн Солтанай мәҙәниәт йортонда матур концерт үтте. Унда жюри ағзалары Солтанай һәм Упҡанкүл ауылдары һәүәҫкәр йырсыларының башҡарыу оҫталығын баһаланы. Сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына арналды.

Ике мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре лә ҙур булмаған концерт әҙерләп, айырым, икешәрләп, хор менән үҙҙәренең йыр һәләтен күрһәтте. Солтанай “Һандуғас” вокаль ансамбленең йырҙары һуғыш темаһына арналды. Рауил Шәйхетдиновтың, Зилә Шәйнурованың, Сөғдә Гәрәеваның ауыл, йәшәйеш тураһындағы, Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Илнар Сәләхетдиновтың дуҫлыҡ тураһындағы йырҙарын жюри ағзалары бик оҡшатты.
Упҡанкүл һәүәҫкәрҙәре алты номер әҙерләп алып килгән. “Аулаҡ өй” фольклор коллективы башҡарған йырҙарҙы жюри ағзалары юғары баһаланы. Рәшит Закировтың, Рәйсә Бакинаның, Гүзәл Мәснәүиеваның, Флүрә Әхмәтғәлиеваның айырым да, дуэтта башҡарған йырҙары ла фестиваль-марафон тематикаһына тура килеп, концерттың сағыу номерҙары иҫәбенә инде. Концертта шулай уҡ оҫта гармунсы Зәкийән Әхмәтов та ҡатнашты.
Концерттан һуң Солтанай ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яуҙа һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға венок һалынды. Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев “Мәңгелек ут” капсулаһын Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимовҡа тапшырҙы.
Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Сәләхетдинова һәм Зөбәржәт Әминева фотолары.
Читайте нас: