Бөтә яңылыҡтар

Ролдәрҙе оҫта башҡарҙылар

«Театраль рампа» район конкурс-фестивале сиктәрендә Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған” драмаһы сәхнәләштерелде

Бөгөн Солтанай мәҙәниәт йортонда район һәүәҫкәр театрҙар араһында үткәрелгән «Театраль рампа» район конкурс-фестивале сиктәрендә Рәшит Хөсәйеновтың “Изге ялған” пьесаһы сәхнәләштерелде.
Һәүәҫкәр артистар ролдәрҙе килештереп башҡара, жюри ағзалары сәхнә әҫәренә юғары баһа бирә. Лилиә Сәмиғуллина — Кәримә Абдулла ҡыҙы, Илүсә Суфиянова — Мария Павловна, Венер Әбдрәхимов — лейтенант һәм Фидания Шәйхетдинова хат ташыусы ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
  • Быйыл Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы әҫәрҙе һуғыш темаһына һайланыҡ. Һәүәҫкәр артистарға ҙур рәхмәттәремде еткергем килә, шул тиклем тырышып, ролгә инеп уйнанылар. Кисме, ҡайһы саҡта көндөҙ ҙә, бер көн ҡалдырмай репетицияларға йөрөнөләр. Бигерәк тә мәсетебеҙҙең имам-хатибы Венер Әбдрәхимовҡа рәхмәтлемен. Эшенең өйҙә лә, мәсеттә лә күп булыуына ҡарамаҫтан, ихлас ҡатнашты, — тип һөйләне мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Фидания Шәйхетдинова.
  • Әйткәндәй,«Театраль рампа» конкурс-фестивале һәләтле кешеләрҙе асыҡлау, театраль коллективтарҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү, классик һәм заманса драматургияның иң яҡшы өлгөләрен популярлаштырыу, театраль коллективтар араһында ижади бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторола.
    Илһөйәр Махатова.
    Эльза Йосопова фотолары.
    Читайте нас: