Ҡаҙансы һайлау участкаһында иртә менән йәнлелек һиҙелде. Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ринат Тимерхан улы Ҡыямов беренселәрҙән булып участкаға килеп тауыш бирҙе. “Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау – бик яуаплы эш. Киләсәктә нәҡ улар ҡабул иткән ҡарарҙар илебеҙ именлегенә, халыҡтар йәшәйешенә тәьҫир итәсәк. Беҙҙең теләгебеҙ бер: халҡыбыҙ тыныс һәм имен йәшәһен, берҙәм булһын, бәлә-ҡазалар килмәһен! Илебеҙ һәм республикабыҙ, районыбыҙ үҫһен, йәштәрг - лайыҡлы эш урындары, ә ололарға лайыҡлы пенсия булһын! “- тине Ринат Тимерхан улы.
Гөлнара Ғәлиханова, Әлфидә һәм Ринат Шәйхиевтар ҙа нәҡ шундай теләктә тауыш бирҙе.
Наилә Имаева.