17 сентябрь — Балтас районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнованың тыуған көнө.
“Бөгөн минең өсөн икеләтә байрам: тыуған көнөмдә илебеҙ киләсәге өсөн тауыш бирҙем. Һайлауҙарҙы йәш ваҡыттан уҡ байрам көнө итеп ҡабул итеп өйрәнелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, Балтас халҡы был мөһим сарала теләп ҡатнаша, яҡшы кәйеф менән һайлау участкаларына ашыға, райондаштары менән аралаша. Райондың барлыҡ участкаларында ла һайлау ойошҡан рәүештә бара. Был өс көндә бирелгән һәр тауыш илебеҙҙең киләһе көнөн, йәшәйешебеҙҙе хәл итә”, — тине Инзилә Әдип ҡыҙы.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.