Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2021
15 Сентябрь 2021, 11:35

“Мөһим сараға әҙербеҙ”

“VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау өсөн барыһы ла әҙер. Тауыш биреү юғары кимәлдә үтһен  өсөн барыһын да эшләйбеҙ”,  — тине Ҡашҡа-Үҙәк  919-сы участка  һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Ситдикова.  

“Мөһим сараға әҙербеҙ”
“Мөһим сараға әҙербеҙ”

919-сы һайлау участкаһы Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан.  Уға Ҡашҡа ауылының   Тыныслыҡ,  Тау, Үҙәк,  Мәктәп тыҡрығы урамдарында йәшәүсе һайлаусылар инә.

“Коллективыбыҙ  берҙәм, тырыш.  Комиссия рәйесе урынбаҫары — Зәлифә Фәрит ҡыҙы Мөҡсинова,  секретары — Ләйсән Мансур ҡыҙы Әхмәҙишина,    комиссия  ағзалары Эльмира Ҡыяметдин ҡыҙы  Әхмәтова һәм Әнфисә  Ғәзимулла ҡыҙы Ғатауллина бындай сараларҙа эшләү буйынса байтаҡ  тәжрибә туплаған. Уларҙың һәр береһе үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

Һайлау участкаларында  һәр ике сәғәт һайын санитар эшкәртеү ойошторола, барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла үтәлә. Ковидтан һаҡланыу өсөн антиспетиктар, бирсәткәләр, медицина битлектәре, ручкалар бирелде. Шуға күрә граждандарға борсолорға сәбәп юҡ. Тап кешенең сәләмәтлеген хәстәрләп тә тауыш биреү ваҡыты  өс көн — 17, 18, 19  сентябрҙә ойошторола.  Һайлау комиссияһы ағзалары ғаризалар буйынса тауыш биреүселәрҙең өйҙәренә барасаҡ. Исемлектә өлкән йәштәге кешеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандар, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж кешеләр.

"Берҙәм Рәсәй", "Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы", "Ғәҙел Рәсәй" сәйәси партияларынан һәм йәмәғәт күҙәтеүселәре тауыш биреү процесын күҙәтәсәк.  Илебеҙҙең киләсәге хәл ителгән мөһим сарала халыҡ дәррәү ҡатнашыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй”, — тип һөйләне  Ҡашҡа-Үҙәк  919- сы участка  һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Ришат ҡыҙы.

Наилә Имаева.

“Мөһим сараға әҙербеҙ”
“Мөһим сараға әҙербеҙ”
“Мөһим сараға әҙербеҙ”
Читайте нас: