Комиссия ағзалары һигеҙ тулыу менән ишектәрҙе асып, һайлаусыларҙы ҡаршы ала башланы. Бирегә беренселәрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә Татьяна Юдина килде. Был урта быуын вәкилдәренең мөһим сараға яуаплы ҡарауын күрһәтә.
- Беҙҙең участкала Яубүләк, Королев һәм Яңы Ҡарткиҫәк ауылдарынан 138 кеше тауыш бирә. Халыҡ беҙҙә һайлауҙарға һәр ваҡыт яуаплы ҡарай. Бөгөн беҙҙә район Советына депутатлыҡҡа лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирәләр. 14 сәғәткә 65 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Шуларҙың 12-һе бинанан тыш һайланы, — тип һөйләне һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Анна Васильевна Ханжина.
913-сө һайлау участкаһында үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле кешеләр эшләй. Бирелә Гөлсинә Рәйеф ҡыҙы Ғәләүетдинова рәйес вазифаһын башҡара. Уның урынбаҫары Анна Васильевна Ханжина, секретарь Розалия Әмин ҡыҙы Шәйхинурова, Зилә Фаат ҡыҙы Зыятдинова, Светлана Фәнәүи ҡыҙы Шәйхинурова төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы үткәргәнгә, бындай сараның нескәлектәрен, тәртибен яҡшы белә.