Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2021
13 Сентябрь 2020, 11:18

Бөгөн - Берҙәм һайлау көнө

Бөгөн сәғәт 7-нән Башҡортостанда 3011 һайлау участкаһы ишеген асты. Һайлаусылар исемлегенә 2294480 кеше индерелгән. Берҙәм һайлау көнөндә республика биләмәһендә 200 һайлау кампанияһы үтә, шул иҫәптән:

– алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 14-се Новиков һәм 35-се Металлургтар һайлау округтары буйынса ике депутат өсөн тауыш биреү;
– урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына.
Урындағы һайлауҙа 1753 мандат өсөн тауыш бирәсәктәр, уларҙың яртыһынан күберәге – 903 мандат муниципаль район Советы депутаттарын, шулай уҡ 157-еһе ҡала Советы депутаттарын һайлауға тура килә.
Төрлө кимәлдәге һайлауҙа ҡатнашырға 4799 кеше кандидатураһын тәҡдим итһә, уларҙың 4355-е теркәлгән. 883 кеше үҙ-үҙен тәҡдим иткән, был теркәлгән кандидаттарҙың 20 процентын тәшкил итә. Ҡалған кандидаттар - партия вәкилдәре: “Берҙәм Рәсәй” – 1768, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” – 438, “Рәсәй патриоттары” – 422, ЛДПР – 387, “Ғәҙел Рәсәй” – 258, “Рәсәйҙең” Йәшелдәр” экологик партияһы” – 81, “Үҫеш партияһы” – 40, “Рәсәй пенсионерҙарының социаль ғәҙеллек өсөн партияһы” – 32, “Граждандар Платформаһы” – 31, “Яблоко” – 15.
Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем эшләй.
Граждан ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына килә алмаһа, ул тауыш биреү бинаһынан ситтә (өйҙә) тауыш бирә ала. Бының өсөн яҙма рәүештә йәки телдән, шул иҫәптән башҡа кеше ярҙамында урындағы ваҡыт буйынса 15.00 сәғәткә тиклем участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: