Һайлау участкаһында был өлкәлә бай тәжрибә туплаған Реваль ағай Әхмәтйәнов рәйеслек итә. Ул бирелә 1968 йылда секретарь булып башлап, аҙаҡ рәйес итеп һайланып, оҙаҡ йылдар ошо яуаплы вазифаны башҡара. Уның урынбаҫары Радик Гәрәйхан улы Әхмәтшин, секретары Лилиә Мәзһәр ҡыҙы Сәмиғуллина, Венер Фәрит улы Әбдрәхимов, Илүсә Нәзир ҡыҙы Суфиянова һайлаусыларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылап, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Исемлек буйынса — 198 һайлаусы. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе һаҡланыу сараларын ҡулланып, өйҙәренә барып һайлаттыҡ. Ундайҙар 12 кеше булды. 17.00 сәғәткә 124 кеше килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Эшебеҙҙе тауыш биреүселәрҙең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын спиртлы шыйыҡса менән йыуҙыртып, маска, бирсәткә, ручка биреп, барлыҡ һаҡланыу сараларын да үтәп башҡарабыҙ. Дөйөм алғанда, һайлау тыныс шарттарҙа үтә, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Ғәтиәт улы.