Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2021
1 Июль 2020, 13:15

Яубүләктәр ҙә мөһим сараға яуаплы ҡарай

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнө Яубүләк ауылында урынлашҡан 913-сө һайлау участкаһында ла барлыҡ һаҡланыу сараларын ҡулланып, ойошҡанлыҡ менән бара.

- Беҙҙең участкала Яубүләк, Королев һәм Яңы Ҡарткиҫәк ауылдарынан 144 кеше тауыш бирә. Халыҡ был мөһим сәйәси сараға яуаплы ҡарай. Бөгөнгө көндөң иртәнге сәғәт 11-енә 109 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Шуларҙың 17-һе бинанан тыш һайланы, — тип һөйләне һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Анна Васильевна Ханжина.
913-сө һайлау участкаһында үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле кешеләр эшләй. Бирелә Гөлсинә Рәйеф ҡыҙы Ғәләүетдинова рәйес вазифаһын башҡара. Уның урынбаҫары Анна Васильевна Ханжина, секретарь Розалия Әмин ҡыҙы Шәйхинурова, Зилә Фаат ҡыҙы Зыятдинова, Светлана Фәнәүи ҡыҙы Шәйхинурова төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы үткәргәнгә, бындай сараның нескәлектәрен, тәртибен яҡшы белә.
Илһөйәр Махатова.
Анна Ханжина фотолары.
Читайте нас: