Исемлек буйынса — 200 һайлаусы. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе һаҡланыу сараларын ҡулланып, өйҙәренә барып һайлаттыҡ. Ундайҙар 19 кеше булды. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-гә 172 кеше килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Был 85 процентты тәшкил итә. Халыҡ әүҙем, аңлап ҡарайҙар. Был мөһим сараны үткәреүҙә ярҙам иткән ауылдаштарға ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ирекмәнебеҙ Рәмилә Хәбибуллина тауыш биреүселәрҙең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын спиртлы шыйыҡса менән йыуҙыртып, маска, бирсәткә, ручка биреп тора. Күҙәтеүсебеҙ Алһыу Йосопова ла ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре лә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Дөйөм алғанда, сара тыныс шарттарҙа үтә, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Ғәтиәт улы.