- Мин бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Колледжды тамамлап, университетта уҡыуымды дауам итергә теләйем. Киләсәктә йәштәргә лайыҡлы эш табырға, торлаҡ алырға мөмкинлектәр артһын ине. Эш булһа, йәштәр ҙә тыуған ерҙәрендә ҡалып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, тыуған төйәктәрен данлап йәшәр ине. Шундай өмөттәр бағлап, бөгөн беренсе тапҡыр тауыш бирҙем, - тине Гөлшат.