Районыбыҙ тормошонда ҡайнап йәшәүсе Инзилә һәм Вадим Ғәлиевтар Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙҙәренең өлгөрлөгө, әүҙемлеге, илһөйәрлеге менән тағы ла бер һоҡландырҙы.
Иртә менән һайлау участкаһына балалары менән барып тауыш биргәндән һуң бергәләп “Йондоҙ менән зарядка” акцияһында ла ҡатнашалар. Бында Уфанет каналына, тәьҫораттары менән уртаҡлашып, интервью биреп тә өлгөрә Ғәлиевтар.
Беренсе һайлаусы булараҡ уларға “Батыр”ға бассейнда бушлай йөҙөү өсөн браслеттар бирәләр. Файҙалы мөмкинселекте лә ҡулдан ысҡындырмай йәш ғаилә, балалар менән бергәләп “Батыр”ҙа ял итеп тә өлгөрә.
“Мин тауыш бирергә барам” акцияһында ҡатнашыу өсөн Һайлау участкаһында фотоға төшөп, фотоларын да социаль селтәрҙәргә һалалар. Шулай итеп, Ғәлиевтарға тағы ла бәхет йылмая — улар акцияла еңеп, Зинира һәм Ризат Рамазановтар концертына билет та ота.
Күреүегеҙсә, Ғәлиевтар ғаиләһенең үткән көнө ысын мәғәнәһендә мөһим һәм күңелле сараларға бай булып, иҫтә ҡалырлыҡ, файҙалы, һөҙөмтәле үтә. Афарин, артабан да шулай рухлы, татыу, берҙәм, дәртле, дарманлы булып ҡалығыҙ! Тормошта бит иң мөһиме — ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы. Матур, тырыш, бәхетле ғаилә генә йәмғиәтебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә, килер быуынға үрнәк булып тора.