Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
9 Сентябрь 2019, 12:29

КОИБ-тар эште еңеләйтте

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019 #ВЫБОРЫ2019

Асҡындың 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан 902-се һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплексы (КОИБ) файҙаланылды. Башҡаса әйткәндә, был шул уҡ һайлау урнаһы, айырма шунда ғына — ул бюллетендәрҙе сканерлай, тауыштарҙы һанай һәм йомғаҡлау протоколын бирә.

Бирелә был “аҡыллы урна” байтаҡ йылдар ҡулланыла. Быйыл уның янында оператор булып Венера Ҡыямова торҙо. Ул һайлаусыларға бюллетендәрҙе нисек төшөрөргә кәрәклеген аңлатты, ярҙам итте.

— КОИБ-тарҙы меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән участкаларға урынлаштыралар. Беҙҙең исемлектә республика Башлығын һайлау буйынса — 1330, ә округтарға депутаттар һайлау буйынса 1354 һайлаусы теркәлгәйне. КОИБ-тар эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте, бик уңайлы булды, — ти Венера Әмир ҡыҙы.
Читайте нас: