Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 22:00

Тауыш биреүсе Әнфисә Рәфиҡ ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайҙар!

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019#ВЫБОРЫ2019

Ҡаҙансы ағинәйҙәре Әнфисә Хәсәнованы йыр-моңдарға, сәскәләргә төрөп ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерә.

Иҫке Ҡаҙансыла йәшәүсе Әнфисә Хәсәнова өсөн бөгөнгө көн икеләтә иҫтәлекле һәм шатлыҡлы була, сөнки бөгөн уның тыуған көнө һәм Берҙәм тауыш биреү көнө. Уға 58 йәш тулған.

Әнфисә Рәфиҡ ҡыҙы бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Ул математика уҡытыусыһы. Ике ул тәрбәиләп үҫтергән, бөгөн улар үҙҙәре атай булған инде. Хаҡлы ялдағы Әнфисә апай бер ейәнсәр һәм бер ейән һөйөп ҡыуана.
Читайте нас: