Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 09:02

Төбәк яҙмышын хәл иткән көн

Бөгөн, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә республиканың барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты,

Берҙәм тауыш биреү көнө башланды. Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы белдереүенсә, республика был мөһим сараға тулыһынса әҙер, төбәк властары һәм башҡа тейешле органдар асыҡ һәм легитим һайлауҙар үткәреү өсөн барыһын да эшләгән. Шулай уҡ хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бүленә.

Һайлау участкалары менән бер рәттән баш ҡалала, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы эргәһендә махсус матбуғат үҙәге эшләй башланы. Унда журналистар төбәктәге һайлауҙарҙың барышы тураһында оператив мәғлүмәттәр менән бүлешәсәк, Берҙәм һайлау көнөндәге яңылыҡтар менән таныштырасаҡ, квалификациялы эксперттарҙың комментарийҙарын, һайлау барышы тураһында комиссия ағзаларының мәғлүмәттәрен еткереп торасаҡ.

Әйтергә кәрәк, бөгөн Рәсәйҙең 16 төбәгендә етәксе һайлаясаҡтар, Башҡортостан иһә, был вазифаға кандидаттарҙың һаны буйынса (8 кеше) беренсе урында тора.

Билдәле булыуынса, һайлау ваҡыты – иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем. Тимәк һайлау участкалары ике сәғәткә оҙағыраҡ эшләйәсәк һәм был кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәргә өҫтәмә мөмкинлек бирә.

Бөгөн 69 территориаль һайлау комиссияһында һәм баш ҡалалағы 410 һайлау участкаларында онлайн режимда видеокүҙәтеү алып барыласаҡ.

Дөйөм һандарға килгәндә республикала йәмғеһе 3434 һайлау участкаһы асылды, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса туҡтаған урындарында – 37. Һайлауҙарҙа ҡатнашырға 3 миллион 49 мең 571 кешенең хоҡуғы бар.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас: