Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 14:35

Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары һайлаусылар өсөн концерт та әҙерләгән

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019 #ВЫБОРЫ2019Сәғәт көндөҙгө 12-гә исемлектәге 357 һайлаусының 250-нән артығы тауыш биреп өлгөргән дә! Афарин, солтанбәктәр!

Солтанбәк социаль-мәҙәни үҙәгендә урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында ла тауыш биреү әүҙем һәм байрам рухында бара. Урындағы мәктәп уҡыусылары уҡытыусылары етәкселегендә бик матур концерт номерҙары әҙерләп, һайлаусылар алдында сығыш яһаны. Өҫтәүенә, мәктәп фойеһында Башҡортостан Республикаһының 100-йыллығына арналған уҡыусыларҙың ҡул эштәренән бай күргәҙмә лә ойошторолған.

Район хакимиәте вәкиле, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауылдың кураторы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина ла мәктәп коллективы тырышлығын юғары баһаланы.

— Һайлау тыныс һәм бик матур шарттарҙа ойошҡан рәүештә үтә. Халыҡ бик әүҙем, яҡшы кәйефтә, ихлас. Йәштәрҙең, йәш ғаиләләрҙең балалары менән килеүе бигерәк тә ҡыуаныслы. Хатта өс быуын вәкилдәре бергәләп тә килеп тауыш бирҙе, — тине Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы.



Читайте нас: