Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 14:14

Солтанайҙар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019 #ВЫБОРЫ2019

Асҡын районының Яубүләк ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған 914-се Солтанай һайлау участкаһы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Бында иртәнән үк йәнлелек. Ҡушкүл, Ҡаракүл, Солтанай ауылдары һайлаусылары килеп тауыш бирә. Һайлау участкаһында был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған Реваль Әхмәтйәнов, Радик Әхмәтшин, Лилиә Сәмиғуллина, Венер Әбдрәхимов, Илүсә Суфиянова эшләй.

— Исемлек буйынса — 207 һайлаусы. Тәүге тапҡыр тауыш биреүсе егетебеҙ — Ҡушкүл ауылынан Зөфәр Шәйхетдинов. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе өйҙәренә барып һайлатабыҙ. Ундайҙар 11 кеше. Участка асылыу менән халыҡ берҙәм килә башланы. Был йәһәттән бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәре әүҙемлек күрһәтә. Сәғәт 12-гә 85 кеше килеп үҙенең тауышын бирҙе лә инде, — ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Ғәтиәт улы.
Читайте нас: