Асҡын районының Ключи ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған 925-се һайлау участкаһы мәктәп бинаһында урынлашҡан.
Исемлек буйынса — 304 һайлаусы, шуларҙың өсөһө — Айнур Камалиев, Әлфир Нурғәлиев, Дмитрий Чабин тәүге тапҡыр һайлай.
“Беҙҙең өсөн был истәлекле көн. Мөһим саранан ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ, сөнки киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән дә тора”, — ти егеттәр.