Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 10:26

Беренсе һайлаусылар бүләктәр алды

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019 #ВЫБОРЫ2019 Ҡашҡала 920-се һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙән йәнлелек күҙәтелә

Ете тулмаҫ элек һайлау участкаһына килеп, сара рәсми асылғандан һуң, беренсе тауыш биреүселәр Фәнил Фаһаманов, Рәмзиә Ғәләүетдинова, Наилә һәм Фәнил Сәлиховтар бүләктәр — “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бассейнда бушҡа йөҙөү өсөн браслет, Л.Ҡыямованың “Экономмаркет” магазинында әйбер һатып алыуға 5 процент ташламалы купон, сәй һәм сәскә гөлләмәһе алды.

Һайлау участка комиссияһы рәйесе Эльвира Фазлетдинова әйтеүенсә, тауыш биреүселәрҙең уныһы алдан һайлаған. Әлегә 19 кеше өйҙә һайлау өсөн ғариза яҙған. Беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр — бишәү. Бер сәғәт эсендә 20-нән ашыу кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәп өлгөргән.
Читайте нас: