Бөгөн Ленинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Әғзәм улы Ғайсин өсөн был көн бигерәк тә иҫтәлекле, сөнки уны, 20 йәшлек егетте, яу юлының тәүге көндәренән Ленинградты обороналауға ебәрәләр.Ҡаланы дошман ике йыл ҡамауҙа тотоуы яугир өсөн тормошондағы иң ҡурҡыныс, ауыр осор була. Өлкән лейтенант Малик Ағзам улы Бөйөк Еңеү көнөн азат ителгән Литвала ҡаршы ала.
97 йәшлек яугир бөгөн ҡыҙы Миңзиләлә йәшәй. Өй эсендә ген йөрөһә лә, хәтеренә зарланмай, барыһын да иҫләй. Ленинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө уңайынан кисә Иҫке Ҡаҙансы китапханасыһы Гөлфинә Исламова Яңы Ҡара китапханасыһы Ләйсән Ғәлимйәнова һәм клуб методисы Гөлнара Шәйхинурова менән бергә уҡыусыларҙы алып Малик Әғзәм улының хәлен белергә бара. Малик Әғзәм улы уҡыусыларға Ленинград өсөн барған ҡаты алыштар хаҡында һөйләп, ауырлыҡтарҙы иҫкә алды.
Малик Ғайсин һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуңғы ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған. Ул тәүҙә мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, унан директор вазифаһын башҡара. Ул — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, мәғариф отличнигы.
1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. 27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.
Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтамай авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ- түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.
1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә.