Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 13:37

Һайлаусылар дәррәү

#ВЫБОРЫ2019

Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Берҙәм тауыш биреү көнө барышы, тәүге күрһәткестәр менән таныштырҙы.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн 69 территориаль һайлау комиссияһында һәм баш ҡалалағы 410 һайлау участкаларында онлайн режимда видеокүҙәтеү алып барыла. Дөйөм һандарға килгәндә, республикала йәмғеһе 3434 һайлау участкаһы асылған, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса туҡтаған урындарында – 37. Һайлауҙарҙа ҡатнашырға 3 миллион 49 мең 571 кешенең хоҡуғы бар.

Быйыл беренсе тапҡыр һайлау участкалары иртәнге 7-нән эшләй. Илона Анатольевна әйтеүенсә, иртәнге 7-нән 8-гә тиклем республикала 64 556 кеше тауыш биргән.

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса һайлаусыларҙың ун ике проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән (баш ҡалала – 7,4 процент). Әйтергә кәрәк, быйыл һайлауҙарҙа юғары әүҙемлек күҙәтелә. Сағыштырыу өсөн, 2014 йылдағы республика етәксеһен һайлаған кампанияла ошо уҡ ваҡытҡа һайлаусыларҙың 7,6 проценты, ә былтырғы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үткән һайлауҙарҙа 6, 31 проценты тауыш биргән.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кандидат дәғүә итә. Урындағы үҙидара органдарына депутатлыҡҡа 14 977 кандидат теркәлгән. Уларҙың 8082 – һе ир-ат, 6895-е – ҡатын-ҡыҙ. Иң йәш кандидатҡа 18 йәш, иң олоһона – 85.

Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа 11 сәйәси партия вәкилдәре теркәлгән.

Һайлау комиссияларының эшмәкәрлеген, һайлау барышын яҡтыртыу өсөн ғаризалар буйынса 130 матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәренә 523 аккредитация танытмаһы бирелгән.

“Мобиль һайлаусы” системаһы буйынса республикала 51 меңдән ашыу кеше тауыш бирәсәк. Шулай уҡ, Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыр өсөн ошо система аша Мәскәүҙән 195 ғариза бирелгән.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: