Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 09:10

Һайлауҙа "ҡыҙыу линия” эшләйәсәк

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Берҙәм һайлау көнөндә "ҡыҙыу линия” ойоштора.

Иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем теләгән һәр кем, һайлау участкаһы күҙәтеүсеһе, партия вәкилдәре, һайлау участкаһында граждандың законлы мәнфәғәтен һәм хоҡуғын боҙһалар, 8(347) 218-01-64 телефонына шылтырата ала. Мәғлүмәт сара күреү өсөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырыласаҡ.


Шулай уҡ палатаның хоҡуҡи мобиль төркөмө был мәғлүмәттәр буйынса әйтелгән һайлау участкаһына сығасаҡ.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Читайте нас: