— Бөгөн тәүге тапҡыр тауыш бирҙем. Бик тулҡынландым, сөнки урындағы үҙидара органдарына депутаттар ғына түгел, республика Башлығын да һайлайбыҙ. Был бик яуаплы, тулҡынландырғыс ваҡиға, — ти 18 йәшен тултырған Инзирә Фәүзиева. – Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам. Ил киләсәге хәл ителгән саранан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип уйлайым.