Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 13:16

Асҡындан иң беренсе булып һайлаусы Фәүзиевтар концертҡа билет алды

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019#ВЫБОРЫ2019

Тормош тәжрибәһе һәм аҡыл туплаған өлкән быуын вәкилдәре һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Асҡын ауылынан Мәрйәм һәм Мәүлимйән Фәүзиевтар ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарай, шул йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Улар Асҡын 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан 902-се һайлау участкаһы асылғансы уҡ килгән.

— Һайлау — беҙҙең өсөн бик етди, мөһим һәм яуаплы сара. Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ. Тотош республикабыҙҙың яҙмышы хәл ителгәндә һәм киләсәге билдәләнгәндә йоҡлап ятыуҙы, ситтә ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Бөгөн бына иртәнге намаҙҙан һуң ятып та торманыҡ. Беҙ һайлау участкаһына килгәндә сәғәт 7-се 10 минут ине. Иң беренсе һайлаусылар булараҡ, Зинира һәм Ризат Рамазановтар концертына билет та биреп ҡыуандырҙылар, — ти Мәүлимйән Бәҙретдин улы.
Читайте нас: