Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 10:44

Асҡын районында һайлау байрам рухында башланды

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019#ВЫБОРЫ2019

8 сентябрь — Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлайбыҙ, шуға күрә һайлау участкаларында һайлаусыға икешәр бюллетень бирелә.

Һайлау участкалары урынлашҡан биналарҙың барыһы ла тейешле талаптарға яуап бирә. Улар кәрәкле технологик ҡоролмалар – стационар һәм күсмә йәшниктәр, һайлау кабиналары менән тәьмин ителгән. Һайлау барышына һәр һайлау участкаһына район хакимиәтенән вәкил беркетелгән. Улар һайлау кампанияһына әҙерлек һәм һайлауҙы үткәреү буйынса яуаплы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Асҡын районында барлығы 47 һайлау участкаһы эшләй.
Читайте нас: