Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе 91 йәшлек Рәйсә Әғзәм ҡыҙы Хужиева өйҙә һайланы. Бюллетендәрҙә үҙенә оҡшаған кандидатты һайлағас, уларҙы Һайлау комиссия ағзаһы Гөлфинә Гәрәева алып килгән күсмә урнаға төшөрҙө.
—Илдәребеҙ тыныс булһын. Килер быуындар беҙҙең иңдәргә төшкән һынауҙарҙы күрмәһен, тигән теләктә тауышымды бирҙем, — тине Рәйсә Әғзәм ҡыҙы.