Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 16:19

Ҡаракүлдәр киләсәкте һайлауға битараф түгел

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019#ВЫБОРЫ2019

Асҡын районының Солтанай ауылында урынлашҡан 914-се һайлау участкаһына Ҡаракүл ауылынан да һайлаусылар иртә менән килде. Үҙ техникалары булған Ғаяновтар һәм Ғилмийәровтар һайлауға күршеләрен дә ултыртып алған.

— Беҙ, ҡаракүлдәр, һайлауҙың мөһим сара икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашабыҙ. Бына бөгөн дә берҙәм булып, ышаныслы кандидаттар өсөн тауышыбыҙҙы бирҙек. Был һайлауға кинәнеп, шат күңел менән килдек. Сөнки хәҙер юлыбыҙ ҙа бар: үткән йыл Ҡушкүл һәм Ҡаракүл ауылдарына ҡаты өҫлөклө юл һалдылар. Элек ямғыр яуһа, машина менән үтә торған түгел ине. Хәҙер аллаға шөкөр, иң мөһиме, донъялар тыныс булһын, — ти Фәйзүнә һәм Тәлғәт Ғаяновтар.
Читайте нас: