Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 17:30

Ҡаҙансы ағинәйҙәре сират тороп һайланы!

#АскинцыВыбирают #АскинцыВыборы2019#ВЫБОРЫ2019

Һәр башланғысты күтәреп алып, ауыл, район тормошонда ҡайнап йәшәүсе Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре бөгөнгө мөһим саранан да ситтә ҡалманы. Рухлы ағинәйҙәр бергә матур итеп йыйылып һайлауға килеп, сират тороп тауыш бирҙе. Артабан тамаша залында йырлап, бейеп ауылдаштарына байрам кәйефе таратты. Афарин, ағинәйҙәр! Ҡайҙа ғына, ниндәй генә сарала ҡатнашһағыҙ ҙа, шулай кешеләрҙе һоҡландырып йөрөгөҙ!
Читайте нас: