Рәлиф Фәйзелғаян улы Сәйет-Көрйә ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә тыуған. Ауыл мәктәбен, унан Таңатар мәктәбен тамамлай. Нефтекама ҡалаһында электр монтажсыһы һөнәрен үҙләштерә. Монголияның Чойбалсан ҡалаһында хәрби бурысын үтәй, унан ситтән тороп урман техникумын, һуңыраҡ ауыл хужалығы университетын тамамлай. Тыуған яғында хеҙмәт юлын хәүефһеҙлек техникаһы инженеры булып башлай. Ауыл хужалығы таралғансы профком рәйесе, унан баш инженер булып эшләй. Хәҙер 20 йылға яҡын Рәлиф Фәйзелғаян улы шәхси эшҡыуар булып тора. Ауыл халҡына кәрәкле көнкүреш тауарҙары һатыла торған магазин асты. Үҙенең икмәк бешереү цехы ла бар. Романов тоҡомло һарыҡтар үрсетә. Көтөүлеккә тип 30 гектарға яҡын ер ала.
Рәлиф Солтанғәлиев бәхетен ситтән эҙләмәй. Тормош иптәше Раушания ла Сәйет-Көрйә ауылы ҡыҙы. Армиянан ҡайтҡас, оҙаҡ осрашып йөрөмәйҙәр, матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ейәндәрен тәрбиәләргә булыша олатай менән өләсәй хәҙер.
“Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙа Рәлиф Фәйзелғаян улы ҙур өлөш индерә. Тыуған ауылы урамдарына ут үткәрергә, күперҙәр, баҫмалар эшләргә ярҙам итә ул. 2022 йылдың көҙөндә ауылға мәсет нигеҙе һалынғайны. Бинаһын күтәреп, быйыл эште дауам итергә тип торалар ауыл халҡы менән бергә.
Рәлиф Солтанғәлиев ауылда староста ла. Тимәк, урындағы халыҡтың таянысы, ышанысы, ярҙамсыһы ул. Ауылдың төҙөклөгө, матурлығы өсөн, ғөмүмән, йәнтөйәге йәшәһен өсөн ҡулынан килгәндең барын да эшләй.
Изге күңелле яҡташыбыҙ иҫке мәктәп бинаһын клуб итеп төҙөкләндереүҙә, Иҫке Көрйә ауылы урамын ремонтлауҙа, “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса урамдарҙы яҡтыртыуҙа, обелиск төҙөүҙә, “Атайсал” проекты буйынса зыярат ҡоймаларын алмаштырыуҙа, байрамдар үткәреүҙә бағыусы ярҙамы күрһәтә. Иҫке Көрйә һәм Сәйет-Көрйә ауылдары тарихында беренсе тапҡыр Рәлиф Солтанғәлиев инициативаһы менән 2017 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрелә, ул унда сараның бағыусыһы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы була.
— Рәлиф Солтанғәлиевтың тыуған ауылы өсөн башҡарған эштәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Ҡайҙа, ҡасан, ниндәй ярҙам кәрәк, уға мөрәжәғәт итәм, бер тапҡыр “юҡ” тимәй ул. Нисек кәрәк, шулай яҡшы итеп эшләп тә ҡуя, эште ойоштора белә, ауылдаштары менән уртаҡ тел таба. Ҡыҫҡаһы, тыуып-үҫкән еренең ышаныслы улы ул. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл биләмәһендә тыуған яғы өсөн йән атып тороусылар күп, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша биләмә башлығы Алһыу Төхбәтуллина.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Һәр кешенең донъяға килгән, беренсе аҙымдар яһаған, тормошта төп һүҙҙәрҙе әйткән йөрәгенә айырыуса ҡәҙерле урындары бар. Был — кесе Ватан. Кесе Ватанға ярҙам итеү — изге эш”.
Фекер...
Илшат Камалов, район Советы секретары:
— “Атайсал” проектына ҡушылыусылар беҙҙә байтаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улының проектҡа рухландырған шәхси энергияһы нәтижәһендә ул ҙур билдәлелек яуланы һәм халыҡ-ара масштаб алды тиергә була. “Атайсал” — яҡшы проект һәм ул дауам ителергә тейеш.
Лира Юрасова. Борай районы.