Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Сентябрь , 12:15

Йәнтөйәккә изге эштәр

“Атайсал” проекты сиктәрендә төҙөкләндереү буйынса саралар үтә

Йәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр

“Атайсал” проекты башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә үҙенең тыуған яғы — Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре менән барғанда сыҡҡайны. Проект республикала ғына түгел, хатта халыҡ-ара кимәлдә ҙур билдәлелек яуланы.
Мишкә районы халҡы ла изге эштәргә әүҙем ҡушылды. “Атайсал” сайтында 400-ҙән ашыу бәләкәй һәм ҙур проекттар теркәлгән. Унда иң төп темаларҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Проекттарҙың төп йүнәлеше — ауылдарҙы төҙөкләндереү, был эштә биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың береһе Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Хәсән шишмәһе биләмәһен төҙөкләндереү булды.


Ҡыйғаҙытамаҡ урман һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Өйҙәр матур тәбиғәт ҡосағында ултыра, тирә-яҡта һөйләп аңлата алмаҫлыҡ матурлыҡ. Һалҡын һыулы шишмәләр ауылға тағы ла гүзәллек өҫтәй. Шуларҙың береһе — Хәсән шишмәһе.


“Атайсал” проекты барлыҡҡа килеү менән ошо ауыл кешеһе Хәлил Фәрүәевта шишмәне төҙөкләндереү идеяһы барлыҡҡа килә. Ауыл халҡы быны хуплай, сөнки шишмә йәшәйәсәк һәм йәнтөйәген күрергә ҡайтҡан ҡыйғаҙытамаҡтарға шатлыҡ өләшәсәк.
Шулай итеп, шишмә тирәһендә ҙур эш башҡарылды.


— Беҙҙең ауыл һәм ҡалаларҙан бик күп уңышлы кеше сыҡҡан, — тине үҙенең сығышында Радий Хәбиров “Атайсал” проекты старт алғанда. — Һәм уларҙың һәр береһе үҙенең тыуған ауылына өҫтәмә ярҙам эшләһә, был урындарҙағы тормошто матурлап ебәрәсәк. Беләм, байтаҡ эшҡыуарҙар һәм башҡа бай кешеләр былай ҙа ярҙам итә, ләкин был эште системаға һалырға кәрәк. Ошо маҡсат менән “Атайсал” проектын башлайбыҙ. Был хөкүмәт хәл итә торған мәсьәләләрҙе кешеләр иңенә һалыу, тигән һүҙ түгел. Ә йөрәк ҡушыуы буйынса тыуған ауылына, мәктәбенә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам иткәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышыу.

 

 

Фекер...
Нәфирә Иҡсанова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, тыуған ауылында “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыусы.
— Мин Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында тыуғанлығым менән ғорурланам, ауылымдан байтаҡ талантлы кешеләр сыҡҡан. Бала саҡта күлдә һыу инеп, шунан Хәсән шишмәһенә килеп, торбанан аҡҡан һалҡын һыу менән ҡойона инек. Был шишмә беҙгә бала саҡты, атай-әсәйҙе хәтерләтә. Ауылыма йыш ҡайтам, бында илһам килә, изге эштәр башҡарыу теләге уяна.
Мин шишмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан барлыҡ кешегә лә рәхмәтлемен. Шаулап аҡҡан шишмәнән һалҡын һыу эсергә теләгән һәр ҡунаҡҡа шатбыҙ.
"Атайсал" проекты Камай ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында иҫкергән 13 тәҙрәне һәм бер ишекте яңыға алмаштырырға, Камай ауылында “Дружба” колхозы эшсәндәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйырға, Мишкә ауыл биләмәһендә тыуған яҡты өйрәнеү музейына мебель, компьютер, принтер алырға ярҙам итте. Шулай уҡ Илек ауылында клуб тәҙрәләре алмаштырылды, Ҡарға ауылында клуб төҙөү эштәре башланды һәм башҡалар.

 

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

 

Йәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр
Йәнтөйәккә изге эштәр
Автор:
Читайте нас: