“Атайсал” проекты башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә үҙенең тыуған яғы — Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре менән барғанда сыҡҡайны. Проект республикала ғына түгел, хатта халыҡ-ара кимәлдә ҙур билдәлелек яуланы.
Мишкә районы халҡы ла изге эштәргә әүҙем ҡушылды. “Атайсал” сайтында 400-ҙән ашыу бәләкәй һәм ҙур проекттар теркәлгән. Унда иң төп темаларҙың береһе — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Проекттарҙың төп йүнәлеше — ауылдарҙы төҙөкләндереү, был эштә биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Шуларҙың береһе Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Хәсән шишмәһе биләмәһен төҙөкләндереү булды.
Ҡыйғаҙытамаҡ урман һәм ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған. Өйҙәр матур тәбиғәт ҡосағында ултыра, тирә-яҡта һөйләп аңлата алмаҫлыҡ матурлыҡ. Һалҡын һыулы шишмәләр ауылға тағы ла гүзәллек өҫтәй. Шуларҙың береһе — Хәсән шишмәһе.
“Атайсал” проекты барлыҡҡа килеү менән ошо ауыл кешеһе Хәлил Фарваевта шишмәне төҙөкләндереү идеяһы барлыҡҡа килә. Ауыл халҡы быны хуплай, сөнки шишмә йәшәйәсәк һәм йәнтөйәген күрергә ҡайтҡан ҡыйғаҙытамаҡтарға шатлыҡ өләшәсәк.
Шулай итеп, шишмә тирәһендә ҙур эш башҡарылды.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова ла тыуған ауылында “Атайсал” проектында ҡатнаша.
Мин шишмәне төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан барлыҡ кешегә лә рәхмәтлемен. Шаулап аҡҡан шишмәнән һалҡын һыу эсергә теләгән һәр ҡунаҡҡа шатбыҙ.
Проект Камай ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында иҫкергән 13 тәҙрәне һәм бер ишекте яңы пластикҡа алмаштырырға, Камай ауылында “Дружба” колхозы эшсәндәре хөрмәтенә һәйкәл ҡуйырға, Мишкә ауыл биләмәһендә тыуған яҡты өйрәнеү музейына мебель, компьютер, принтер алырға ярҙам итте. Шулай уҡ Илек ауылында клуб тәҙрәләре алмаштырылды, Ҡарға ауылында клуб төҙөү эштәре башланды һәм башҡалар.
Фирҙәүес Ҡадиҡова.