Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Июнь , 12:10

Балалар өсөн байрам ойошторалар

Асҡын ауылынан  эшҡыуарҙар Айһылыу һәм Айнур Әхмәтовтар   Иҫке Күскилде ауылында  балалар өсөн күңелле  байрам ойоштора.

Балалар өсөн  байрам ойошторалар
Балалар өсөн байрам ойошторалар

 

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Иҫке Күскилде ауылы гөрләп тора. Бирелә  Асҡын ауылында үҙ эшен асҡан йәш йүнсел ғаилә Айһылыу һәм Айнур Әхмәтовтар урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм әүҙем  ата-әсәләр менән бергә балалар өсөн байрам ойоштора.  Күңелле уйындар уйнап, тәмле былау һәм тәм-томдар менән һыйланып, кескәйҙәр күңелле ял итә.

Бындай байрамды Әхмәтовтар береселәй үткәрһә  лә, улар   башҡа саралар ойошторғанда һәр саҡ бағыусы булараҡ ярҙам итеп тора.

— Беҙ ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тыуып үҫкән ауылыбыҙҙы — йәнтөйәгебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Мин ошо ауылда тыуып, ошо ерҙә уйнап үҫтем. Бөгөн шулай балаларҙы ҡыуандыра алыуыма сикһеҙ шатмын, — ти йәш эшҡыуар Айнур Әхмәтов.

Үҙ еренең ысын патриоты булған   илһөйәр  райондаштарыбыҙға "афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ. Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып әйләнеп ҡайтһын!

 Наилә Имаева.

 

Балалар өсөн  байрам ойошторалар
Балалар өсөн  байрам ойошторалар
Балалар өсөн  байрам ойошторалар
Балалар өсөн  байрам ойошторалар
Балалар өсөн байрам ойошторалар
Читайте нас: