Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Ғинуар , 10:03

Мәңгелек йортҡа хөрмәт

Уҙған йыл ахырында Асҡын районы Үтәш ауыл клубында 2024 йылда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыш  үтте.

Мәңгелек йортҡа хөрмәт
Мәңгелек йортҡа хөрмәт

Йыйылышта ҡатнашыусылар Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы-2024-тә ҡатнашыу тәҡдимен берҙәм булып хупланы. Тораҡ пункттың программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырырға мөмкин булған мөһим проблемалары тикшерелде. Йыйылышта шулай уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм һайланды.

Ошо көндәрҙә Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә Үтәш ауылы зыяратында инициатив төркөм тарафынан өмә үткәрелде. Программала ҡатнашыу өсөн нәҡ зыяратты кәртәләү ремонты һайланды. Мәңгелек йорт кәртәләре иҫкергән, таушалған, ҡайһы бер урындары хатта терәтеп ҡуйылған. Әгәр кәртәләр емерелеп төшһә, малдар ҡәберлектәр өҫтөнән йөрөйәсәк.

  • Унда бит ата-бабаларыбыҙ ерләнгән, тимәк, был — беҙҙең тарих, изге ер. Шуның өсөн зыярат кәртәләрен алмаштырырға кәрәк, — ти Үтәш ауылы халҡы.

Алия Ғилуанова.

Фото архивтан.

Мәңгелек йортҡа хөрмәт
Мәңгелек йортҡа хөрмәт
Мәңгелек йортҡа хөрмәт
Мәңгелек йортҡа хөрмәт
Автор:
Читайте нас: