Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Ғинуар , 18:00

Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн

Урмияҙҙар  Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә мәҙәниәт  усағының  тышҡы яғын ремонтларға ҡарар иткән.

Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн
Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн

Асҡын районында   Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы  уңышлы эшләп килә. Унда ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара.  Урмияҙ ауылы халҡы ла  ошо программала ҙур теләк менән ҡатнаша. 2019 йылда ауыл биләмәһенә трактор алһалар, 2020 йылда ауыл мәҙәниәт йортоноң эске яғына капиталь ремонт үткәрәләр.  Хәҙер унда йылы, иркен, яҡты. Шулай уҡ “Кесе Ватан мәҙәниәте”  проекты буйынса  матди-техник базаны ла нығыталар: заманса музыка  һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, уйын ҡоралдары,  сәхнә кейемдәре алалар.    2022 йылда   урмияҙҙар Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә ауыл зыяратының кәртәләрен яңырта. Быйыл иһә ауыл мәҙәниәт йортоноң тышҡы яғын ремонтларға (профнастил менән  көпләргә) ҡарар  иткәндәр.

— Бик кәрәкле һәм файҙалы программа был.  Ул ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә. Беҙ ҙә ошо программала ҡатнашып киләбеҙ.  Алдан йыйылыштар үткәреп, халыҡтың фекерен тыңлап, 2024  йылда Урмияҙ ауылы  мәҙәниәт усағының тышҡы яғын  ремонтларға ҡарар иттек. Әле ошо уңайҙан  алдан   йыйылыштар бик әүҙем үтә.  Халыҡ әүҙем, бер кем дә ситтә ҡалмай, инициатива күрһәтә. Берҙәм көс менән барыһын да башҡарып сығырбыҙ, тип уйлайым. Сөнки ауыл мәҙәниәт йорто ул халыҡты берләштереп торған мәҙәни усаҡ, ауылдың йөҙө булып тора. Бөтә мәҙәни  саралар ошонда үтә. Артабан да һәр кем  изге башланғысты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыр, үҙ өлөшөн индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, —  тине Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин.

Проекттың дөйөм хаҡы  1 504 927,69   һум, шул иҫәптән   республика ҡаҙнаһынан  —  1100 000  һум, район ҡаҙнаһынан   —    224 927, 69  һум,  90 000  һум  —  бағыусыларҙан. 90 000  һумды халыҡтан йыйырға кәрәк буласаҡ.

Урмияҙҙарҙың был проекты конкурстан уҙып, ауыл мәҙәниәт усағының тышҡы яғы ремонтланып, тағы ла матурланыр, тип ышанабыҙ.

Наилә Имаева.

Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн
Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн
Мәҙәниәт йорто тағы ла матурланһын өсөн
Читайте нас: