Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Декабрь 2023, 09:00

Изге эштәр берләштерҙе

“Атайсал — кесе Ватан” проекты районыбыҙҙа әүҙем тормошҡа ашырылды

Изге эштәр берләштерҙе
Изге эштәр берләштерҙе

Башҡортостанда йәнтөйәгебеҙгә ярҙам итеү буйынса ижтимағи проект әүҙем эшләне. “Атайсал — кесе Ватан” проектын асҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров былай тигәйне: “Башҡортостанда һәм унан ситтә ҙур уңыштарға ирешкән яҡташтарыбыҙ араһында бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан кешеләр бихисап. Әгәр ҙә уларҙың ҡайһылары булһа ла үҙенең йәнтөйәгенә ярҙам итһә, ауылдар, райондар тормошо күренеп үҙгәрәсәк”. Проект сиктәрендә республика буйынса бик күп мөһим эштәр башҡарылды, шул иҫәптән Балтас районында ла.

Быйыл сентябрь айында Иҫке Балтаста “Хәрби һәм хеҙмәт даны” аллеяһы асылды. Ул “Атайсал — кесе Ватан” проекты сиктәрендә сығышы менән Киҙгәнбаш ауылынан булған, Ижау ҡалаһында “Иждрил холдинг” компанияһының генераль директоры Флорид Фәйрушиндың финанс ярҙамы менән төҙөлдө. Район тормошонда мөһим урын алып торған аллеяны төҙөү эштәрен шәхси эшҡыуар Илшат Ғәлләмшин башҡарып сыҡты.


Бында МХО-ла һәләк булған яугирҙар исеме мәңгеләштерелгән. Бирелә шулай уҡ Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалерҙары һәм Балтас районының күп кенә хөрмәтле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған.


Республика Башлығы Радий Хәбиров районыбыҙҙағы эш сәфәре барышында биреләге аллеяла булды һәм һәләк булған балтастарҙы иҫкә алып, обелискыға сәскәләр һалды.
Флорид Зөфәр улы шулай уҡ район Мәҙәниәт йортона ике тирмә бүләк итте, МХО-ла булған яҡташтарыбыҙ өсөн генераторҙар алып бирҙе һәм районда үткән бик күп сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Киң күңелле райондашыбыҙҙың изге эштәре һанап бөтөргөһөҙ.


Әлеге проект сиктәрендә Фидан Шәрипов һәм Радик Солтанов Анновка ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү һәм “Сәй һыуы” шишмәһе биләмәһен төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙы. Улар шулай уҡ Түбән Ҡарыш ауылында үткәрелгән Әсәйҙәр көнө, Халыҡ-ара балалар көнө, төрлө Яңы йыл саралары бағыусыһы булып тора.
— Һанап бөтөрөрлөк түгел улар тарафынан тыуған ерҙәре өсөн башҡарылған изге эштәрҙе. Ҡайҙа, ҡасан һәм ниндәй ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәң дә, улар һәр саҡ яңғай яуап бирә. Тыуып үҫкән ерҙәренең ышаныслы улдары улар, — ти урындағы халыҡ Фидан Шәрипов һәм Радик Солтанов тураһында.


Мөнәгәз ауылынан сыҡҡан, коммерцияға ҡарамаған “Касатка СН” хәүефһеҙлек махсус программалары һәм махсус билдәләнештәге подразделениелар ветерандарын реабилитациялау үҙәге етәксеһе Валерий Сабанов Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылында бихисап изге эштәр башҡарҙы. “Балтас марафоны” еңел атлетика кросы, төрлө спорт сараларын ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнеүсе йәш футболсыларға махсус формалар, туптар бүләк итте. Уның инициативаһы менән Мөнәгәз ауылы үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарға бағышланған һәйкәл барлыҡҡа килде. Шулай уҡ уның артында Еңеү баҡсаһы ла булдырылды. Унда 44 ҡайын ултыртылды. Бөйөк Ватан һуғышынан тап шул сама һалдат ҡайтмаған. Һәр ағасҡа һәләк булған яугирҙың исеме яҙылған табличка эленде. Шунда уҡ хеҙмәт фронтында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә 10 шыршы ултыртылды.
Штәнде ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Рәмил Хаҡов үҙенең МАЗ автомашинаһында улы Камил менән Донецкиға гуманитар ярҙам алып барҙы. Яугирҙарға алғы һыҙыҡтағы позицияларҙы нығытыу өсөн төҙөлөш материалдары, ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән туҡмас, башҡа кәрәк-яраҡтар, райондан адреслы посылкалар тапшырылды.


Изге эштәре өсөн райондашыбыҙ йыраҡ сәфәрҙә Донецк Халыҡ Республикаһының Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Улы Камилға һәм үҙенә миҙал тапшырыла.
Яугирҙар, үҙ сиратында, райондашыбыҙға йылдың һалҡын ваҡытына үҙ позицияларын нисек әҙерләгәндәрен күрһәткән һәм эшҡыуарға ярҙамдары өсөн рәхмәттәрен еткергән.
Маскировкалау селтәре — махсус хәрби операцияла иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Улар башта райондың Балалар ижады үҙәге бинаһында үрелә башланы. Был мөһим һәм изге эштең инициаторҙары булып шәхси эшҡыуарҙар Гөлүсә һәм Радик Әмирйәновтар тора.


Гөлүсә Әмирйәнова март башында Өфө ҡалаһына барып, был эштең нескәлектәренә өйрәнеп, үҙ аҡсаһына кәрәк-яраҡтар һатып алып ҡайта. Ғаиләһе лә был эште хуплай.
Тормош иптәше кәрәкле станоктар эшләй. Балалары төрлө социаль селтәрҙәрҙә әлеге эшкә бағышланған төркөмдәр булдырып, халыҡты берҙәмләштерә. Әкренләп маскировкалау селтәрҙәрен үрә башлайҙар. Артабан район хакимиәте менән бина мәсьәләһе лә хәл ителә. Башта аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе Әмирйәновтар үҙҙәре башҡарһа, артабан эшҡыуарҙар, район хакимиәте, халыҡ ярҙамға килә. Улар таҫмаларҙың ябайын түгел, тепловизорҙар күрмәгәнен ҡуллана.


Шулай итеп, Әмирйәновтар етәкселегендә яугирҙар өсөн байтаҡ маскировкалау селтәрҙәре, “ҡоро душ”тар һәм башҡа кәрәк-яраҡ эшләнә.
— Бөтә ил менән ҡыйынлыҡтар кисергән ваҡытта һәр кем булдыра алғанса ярҙам итергә тырыша. Был аңлашыла ла, бөгөн барыбыҙҙы ла бер теләк һәм маҡсат берләштерә — яугирҙарыбыҙ тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Алғы һыҙыҡта булған ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәнде эшләү — һәр кемдең намыҫ эше, — ти Гөлүсә Әмирйәнова.
Әлеге проект сиктәрендә райондың башҡа ауыл биләмәләрендә лә төрлө изге эштәр башҡарыла. Бары тик берҙәм тырышлыҡ менән ауылдарыбыҙҙы тағын да матурыраҡ һәм төҙөгөрәк итә алабыҙ. Киң күңелле, тыуған еренә битараф булмаған шәхестәребеҙ булғанда “Атайсал — кесе Ватан” проекты тағын да ҙурыраҡ эштәре менән ҡыуандырыр әле.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Изге эштәр берләштерҙе
Изге эштәр берләштерҙе
Автор:
Читайте нас: