Яңы Ҡара ауылы клубы методисы Гөлнара Шәйхинурова ауылдаштары менән мауыл мәҙәниәт усағында илһөйәрлек менән һуғарылған сара ойоштороп үткәрә. Унда июнь айынан контракт төҙөп, илебеҙ именлеген һаҡларға киткән ҡыйыу яҡташыбыҙ, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “турист” позывнойлы яугирһәм Иҫке Мутабаш ауылында тыуып үҫеп, Чернушка военкоматынан мобилизация сиктәрендә үткән йыл сентябрҙә МХО-ға киткән "Гена" позывнойлы яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Улар үҙҙәренең яу юлдары, йәшәү шарттары тураһында һөйләй, һорауҙарға ихлас яуап бирә.
Ошо осрашыуҙа ауылдаштар яугирҙар менән кәңәшләшеп, ниндәй гуманитар ярҙам кәрәклеген асыҡлап, шуларҙы тиҙ арала берҙәм генә йыйып, тартмаларға матурлап тултырып, Асҡын районы хакимиәте яугирҙар өсөн биргән УАЗ автомобиленә тейәп ебәрәләр.
“ Беҙҙең Яңы Ҡара ауылы бик әүҙем, берҙәм. Был юлы ла тиҙ арала гуманитар ярҙам йыйҙыҡ. Кемдер бал, төрлө салаттар, бешергән ризыҡтар, тоҙланмалар, тушенкалар алып килһә, кемдер йылы ойоҡбаштар, йылы кейемдәр, быймалар, урын-ер кәрәк-яраҡтары, одеялдар алып килде. Бына шулай яугир ауылдашыбыҙ артынан МХО-лағы һалдаттарға гуманитар ярҙам ебәрҙек. Иң мөһиме, яугирҙарыбыҙ иҫән-имен Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын!” – тине Гөлнара Шәмселислам ҡыҙы!
Яңы Ҡара ауылы халҡына - афарин! Һәр ваҡыт шулай берҙәм булығыҙ!
Наилә Имаева.