Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Ноябрь 2023, 09:00

Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне

Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға ярҙам маҡсатында окоп шәмдәре әҙерләне.

Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне


Ҡарткиҫәк мәктәбе уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең  көҙгө каникул  көндәре  яугирҙарыбыҙҙы  хәстәрләп үткән. Улар бергәләп йыйылышып  окоп шәмдәре әҙерләгән.
Белеүегеҙсә, был шәмдәр  йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна

Буш консерва банкыларын йыйырға уҡыусылар, ата-әсәләр, ауыл халҡы ярҙам итә. Халыҡтан йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә  парафин һатып алалар.

Берҙәмлек һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә улар 120 шәм әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе гуманитар йөк менән ебәргәндәр.

Афарин, ҡарткиҫәктәр!

Наилә Имаева.

Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Ҡарткиҫәктәр окоп шәмдәре эшләне
Читайте нас: