Йәнтөйәк
-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Октябрь 2023, 14:05

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә Ҡөрьән ашы үтте

Тулыраҡ:

Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә Ҡөрьән ашы үтте
Иҫке Ҡаҙансы ауылы мәсетендә Ҡөрьән ашы үтте

Мәсеттәр – Аллаһ Тәғәләнең ер өҫтөндә булған йорттары. Кем Аллаһты һөйә, ул Уның мәсеттәрен дә һөйә. Аллаһ йортон һалырға ярҙам итеү, уны ҡарап, тәрбиәләп, ремонтлап тороу   үҙеңә йәннәттә өй һалыуға тиң, тиҙәр. Шуға ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, күп кенә яҡташтарыбыҙ был сауаплы, изге эштә ҡатнаша.

Советтар Союзы Геройы Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафиндың балалары Зилә, Зөфәр, Булат, Риф Сафиндар  ауылда аталары иҫтәлегенә мәсет төҙөтөп, уны күп йылдар дауамында  ҡарап, тәрбиәләп тора. Быйыл иһә  капиталь  ремонт үткәрәләр: тәҙрәләр евроға алмаштырыла, иҙәндәр яңыртыла,  ҡоймалар буятыла. Ҡыҫҡһы, мәсет тағы ла  йәмләнеп, балҡып китә. Ошо уңайҙан  кисә иман йортонда ҙур сара – Ҡөрьән ашы ойошторола.

Нурулла Дәүләтгәрәй улының балалары был дини сараға хәләл ефеттәре менән хөрмәтле ҡунаҡ булып ҡайта. Уларҙы  Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы етәкселегендә ағинәйҙәр мөнәжәттәр әйтеп ҙурлап ҡаршы ала.  Мәсеттең имам-хатибы Ғәбдрәхим хәҙрәт Сафин менән Булат Нурулла улы Ҡөрьән аяттары уҡый. Бергәләп мөнәжәттәр әйтәләр.

Нурулла Дәүләтгәрәй улының балалары  һәр береһе хәйер-саҙаҡалар таратып, мәсет ремонтлауҙа ҡатнашҡандарға бүәләктәр тапшырып, рәхмәттәр еткерә. Ә урындағы халыҡ, үҙ сиратында, Сафиндарҙың үҙҙәренә изге, сауаплы эштәре өсөн бик рәхмәтле. Инде күп йылдар “Нурулла” мәсете ауылға иман нурҙары таратып тора. Унда һәр саҡ дини саралар уҙып, ауылдаштарын иманлы, айыҡ, сәләмәт тормошҡа әйҙәй.

 Нурулла Дәүләтгәрәй улының Яңауыл ауылында йәшәүсе Йәмилә туғаны  ҡорбанлыҡ итенән былау бешереп алып килеп барыһын да һыйлай. Шулай, мул табын артында, вәғәздәр тыңлап, ил-көндәребеҙҙең тыныс булыуын, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылып, күңелдәрен сафландырып таралыша Ҡөрьән ашынан  ҡаҙансылар.

Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтендә үә бәрәкәтендә булығыҙ. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә мосолман ҡәрҙәштәрем! 

 Наилә Имаева.

Читайте нас: