Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Октябрь 2023, 10:25

Яугирҙарға — борщ һәм рассольник

Урмияҙ  ауылы ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  гуманитар ярҙам әҙерләүҙә  әүҙҽм  ҡатнаша.

Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға — борщ һәм рассольник

 

Эльвира Нәфҡәт ҡыҙы Суфиярова  етәкселегендә Урмияҙ ауылы ағинәйҙәре  махсус хәрби опҽрацияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә  әүҙҽм ҡатнаша. Ауыл халҡы, ауыл Советы һәм  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре  менән бергәләп,  күп кенә маскировкалау  селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, йыйылышып туҡмаҫ та киҫеп ебәрәләр.

Ошо көндәрҙә   Маргарита   Әүхәҙиеваның  бөтә шарттар ҙа булдырылған иркен йортона йыйылып,  файҙалы һәм туҡлыҡлы  ризыҡ — борщ һәм рассольник әҙерләйҙәр. “Борщ һәм рассольник  әҙерләү өсөн  һәр кем кәрәкле йәшелсәләрҙе алып килде. Банкаларҙы ла бергәләп хәстәрләнек.  Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип теләй-теләй, бергәләп  ошо ризыҡтарҙы әҙерләргә булдыҡ.  Беҙҙең күстәнәстәр уларға өй йылыһын, яҡындарының, ауылдаштарының  хәстәрен һәм сәләмдәрен алып барып еткерһен”, — ти Маргарита Рәғил ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға —  борщ һәм рассольник
Яугирҙарға — борщ һәм рассольник
Читайте нас: