Был юлы ла улар консерваланған борщтар, салаттар, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, ойоҡбаштар, кәрәк-яраҡтар әҙерләне.
Кескәйҙәр ҙә был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар яугирҙарға матур һүрәттәр төшөрөп, тәрбиәселәр ярҙамында йылы эстәлекле хат яҙҙы.
Әйткәндәй, әлеге көндә Ҡашҡа ауыл билмәһенән махсус хәрби операцияла 10 ир-егет ҡатнаша. Ҡашҡалар ауылдаштарының тыуған йорттарына иҫән-имен, еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Илһөйәр Махатова.
Эльза Әфтәхова фотолары.