Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Июнь 2023, 15:02

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”

Гөлүсә һәм Радик Әмирйәновтар изге эшкә үҙ өлөшөн индерә

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”

Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендәге “Барыһы ла фронт, барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән лозунг күптәргә таныш. Махсус хәрби операция башланғас, ул йәнә яңы мәғәнә алды.
Барлыҡ халыҡ берҙәм булып махсус хәрби операция территорияһында булған хәрбиҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү ысулдарын эҙләй башланы. Был изге эштән районыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Ярҙам йыйыу буйынса бер нисә нөктә асылды. Әлеге ваҡытта яугирҙарға кәрәк-яраҡ менән тиҫтәгә яҡын гуманитар ылау оҙатылды. Тиҙҙән сираттағыһы юлға сығасаҡ.
Маскировкалау селтәре — махсус хәрби операция территорияһында иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе. Был эштән дә балтастар ситтә ҡалмай. Селтәрҙәр үреү район Балалар ижады үҙәге бинаһында башҡарыла. Был мөһим һәм кәрәкле эштең инициаторҙары булып шәхси эшҡыуарҙар Гөлүсә һәм Радик Әмирйәновтар тора.
Гөлүсә Әмирйәнова март башында уҡ атап Өфө ҡалаһына барып, был эштең нескәлектәренә өйрәнеп, үҙ аҡсаһына кәрәк-яраҡты һатып алып ҡайта. Ғаиләһе лә был эште хуплай. Тормош иптәше кәрәкле станоктар эшләй. Балалары төрлө социаль селтәрҙәрҙә әлеге эшкә бағышланған чаттар булдырып, халыҡты берҙәмләштерә. Әкренләп маскировкалау селтәрҙәрен үрә башлайҙар. Артабан район хакимиәте менән бина мәсьәләһе лә хәл ителә. Башта аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе Әмирйәновтар үҙ ҡулдарына алһа, артабан эшҡыуарҙар, район хакимиәте, халыҡ та ярҙамға килә. Улар таҫмаларҙың да ябайын ҡулланмай, ә арзан булмаған махсус, тепловизорҙар күрмәгән материалдар ҡуллана.
Бындай игелекле ғәмәлгә район халҡы берҙәм ҡушыла. Хәҙер унда көндөҙ ҙә, кисен дә эш ҡайнай. Ҡасан барып керһәң дә, гүзәл заттар селтәр үрә.
— Хаталарыбыҙҙы төҙәтә-төҙәтә, өйрәнә-өйрәнә эшләйбеҙ. Минең уйҙы күтәреп алып, ошо ҙур эшкә үҙ өлөшөн индергән бар кешегә лә оло рәхмәттәремде еткерәм. Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам күрһәтә алһаҡ, бик шатбыҙ, — ти Гөлүсә Әмирйәнова.
Уларҙан өйрәнеп, кәрәк-яраҡтар алып, Маты, Штәнде, Нөркә ауылдарында ла маскировкалау селтәрҙәрен үрә башлайҙар. Гөлүсә Әмирйәнова барыһына ла ярҙам итә. Әлегә дүрт тиҫтәгә яҡын селтәр үрелгән. Яҙмам геройы шулай уҡ “ҡоро душ” эшләргә лә өйрәнеп ҡайтып, район халҡы менән уны хәстәрләйҙәр.
Шуныһы ҡыуаныслы, әлеге эшкә мәктәп уҡыусылары ла ихлас ҡушыла. Изге ғәмәлгә үҙ өлөштәрен индереү менән бер рәттән, улар патриотик тәрбиә лә ала.
— Бөтә ил менән ҡыйынлыҡтар кисергән ваҡытта һәр кем булдыра алғанса ярҙам итергә тырыша. Был аңлашыла, бөгөн барыбыҙҙы ла бер теләк һәм маҡсат берләштерә — яугирҙарыбыҙ тиҙерәк Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын, — ти Әмирйәновтар.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
“Барыбыҙҙы ла бер маҡсат берләштерә”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: