Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Июнь 2023, 13:35

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә

Рәсәй көнө уңайынан уҙған тантаналы сарала милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, туған телгә, Тыуған илебеҙгә булған изге тойғоларыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе һәм ойошҡанлығыбыҙҙы сағылдырҙыҡ.

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә

Башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизаторы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыу уңайынан бөйөк шәхесебеҙҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә алдыҡ.

Рәсәй көнөнә арналған тантаналы сара сиктәрендә йәш быуында милли батырыбыҙға, халҡыбыҙға, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында Асҡын биләмә-ара китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Салауат Юлаевтың тормош һәм ижад юлына арналған бай күргәҙмә ойошторҙо. Сараға килеүселәр ҡыҙыҡһынып уның ижадын иҫкә төшөрҙө, милли батырыбыҙ тураһында яҙылған китаптар менән танышты.

Районыбыҙҙа милли батырыбыҙҙың исемен лайыҡлы йөрөтөүселәр бихисап. Тантаналы сарала районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүсе  Салауат Юлаев вариҫтарын атап, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән таныштырҙылар.

Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты,  Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Йәмил улы Әхмәҙуллин райондаштарыбыҙҙы Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыу уңайынан видеоҡотлау ебәрҙе. Күренекле яҡташыбыҙҙың рухлы телмәрен һәр кем ғорурланып тыңланы һәм рәхмәт белдерҙе.

Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә эйә фермер Салауат Таһир улы Вәлиев иһә тантаналы сарала ҡатнашып, байрамға мәртәбә өҫтәне. Ул бар ғүмерен иң кәрәкле эшкә - ер эшкәртеп, иген үҫтереүгә, мал үрсетеүгә, йылҡысылыҡҡа арнай. Салауат ағай ихлас күңелдән уй-фекерҙәре менән дә бүлеште.(видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ).

Был көндө сараға килеүселәр милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Кемдән генә һораһаң да, һәр кем Салауат Юлаевтың халҡы, иле өсөн янып йәшәгән ҡурҡыу белмәҫ батыр, үҙ еренең ысын патриоты, Тыуған ерен, туған телен, халҡын данлаған сәсән, шағир-импровизатор булыуын атаны. Йөрәгендә батыр рухын, аманатын йөрөткән, күңелендә Салауатҡа һоҡланыу хистәрен һаҡлаған, үҙҙәрен Салауат вариҫтары тип һанаған шундай рухлы райондаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!

Туған телгә, еребеҙгә, милли батырыбыҙға булған изге тойғоларыбыҙҙы, берҙәмлегебеҙҙе һәм ойошҡанлығыбыҙҙы йәш быуынға лайыҡлы тапшырып, артабан да торған еребеҙҙе, республикабыҙҙы, илебеҙҙе йәмләп, данлап йәшәйек!

Наилә Имаева.











Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
Читайте нас: