Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
27 Май 2023, 09:55

Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып

бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып

Республикамдың баш ҡалаһы гүзәл, күркәм икәненә  Өфө ҡалаһында экскурсияла йөрөп ҡайтҡас тағы бер инандым.
Уҡыусылар менән бергә гөрләп торған баш ҡалама барып ҡайтыу миңә ҡанаттар ҡуйҙы. Атай-әсәйем менән тағы ла барырға  планлаштырҙыҡ.
Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов, милли геройыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә  ҡуйылған һәйкәлдәр янында баҫып тороу үҙе ғорурлыҡ ине.
Беҙ яратып уҡыған китап, гәзит-журналдарҙың ниндәй юлдар аша донъя күреүен, нәшер ителеүен дә күрҙек,  аңланыҡ.

Беҙ “Йәшлек” республика гәзите һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы редакцияларында булып, был баҫмаларҙың мөхәррирҙәре менән яҡындан таныштыҡ. Артур ағай Хәсәнов менән Лариса апай Абдуллина беҙгә шундай йәнле итеп һөнәр нескәлектәре тураһында һөйләне, нәсихәттәр бирҙе, викториналар үткәрҙе. Иҫтәлеккә "Аҡбуҙат” журналын да тараттылар.

Тағы ла иҫтәлекле урын Арт- Квадратта булыу яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төрлө -төрлө биҙәлгән һүрәттәр, предметтарҙы минең өсөн яңылыҡ булды. Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында булып, бай мәғлүмәт алғас, Шәйехзада Бабичтың һәйкәлен дә барып күрҙек. Шундай  илһөйәр, телһөйәр, бөйөк шәхестәребеҙ булыуына ғорурланып йөрөнөк.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы район мәғариф бүлеге ярҙамы менән ойошторған был экскурсия миңә шул тиклем ныҡ оҡшаны. Беҙҙе шундай иҫтәлекле, матур урындарҙа йөрөтөп алып ҡайтҡан Фәйрүзә Фаяз ҡыҙына, Ирек Альбирт улына, Рәмзиә Ибатулла ҡыҙына сикһеҙ рәхмәт.
Бай тарихлы минең Республикам киләсәктә лә гөрләп сәскә атһын!
Ерем, илем, телем, тип янып йәшәгән халҡы мәңге йәшәһен!

Диана Ғәлиева, Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы а класы уҡыусыһы.

Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булып
Читайте нас: