Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Май 2023, 15:31

Зыяратты тәртипкә килтерәләр

Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылында Тирәкәй ауылында  йәшәүселәр  зыярат таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе. Ситтә йәшәүселәр ҙә был изге эшкә ихлас ҡушылды. Сараға бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе Мәхтүмә апа Ғәлиханова ла туғандары һәм балалары менән ҡайтҡайны.

Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр

Мәҫәлән,  Өфө, Бөрө ҡалаһынан, Шакша биҫтәһенән, Мишкә район үҙәгенән, хатта Ҡаҙағстандан ҡайтыусылар булды. Улар араһында тотош ғаиләләре менән сығыусылар ҙа бар ине. Өмәселәр ҡороған ағастарҙы ҡырҡты,  сүп-сарҙы йыйҙы, уларҙы үҙ техникаһында сығарып түкте, кемдер зыярат биләмәһен баҫҡан үләнде сапты. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш “ҡайнап” торҙо.

Өмә һуңында  ауылдаштарҙы  былау һәм ҡайнар сәй көтә ине. Ашнаҡсы апайҙар Венера Шафиҡова, Фәриғә Лотфуллина, Светлана һәм Зәйнәб Вәлимхәмәтоваларға  рәхмәт әйтке килә.  

Өҫтәл артына йыйылғас, Гөлсирә апай  Нуриханова әруахтар рухына Ҡөрьән сүрәләре  бағышланы.  

Ауыл зыяратын тәртипкә килтереү уҙған йылда башланған. Ошо урында   изге  эште башлап, ойоштороп,  халыҡты үҙҙәре артынан эйәртеп йөрөүсе Фаил һәм Фәриғә Лотфуллиндар, Салауат һәм Илүсә Вәлимхәмәтовтар ғаиләләренә, әлеге  көндә  Өфө ҡалаһында йәшәүсе Альмир Хәмәтнуровҡа ауылдаштары рәхмәтле.  Урындағы  халыҡ ойоштороусыларҙы  дәррәү күтәреп  алып,  зыяраттың кәртәһен алмаштырыу һәм уның биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн тиҙ арала кәрәкле сумма йыйҙы. Һуңғы ваҡыт зыяратты ағас баҫып, күп ҡәберлектәр өҫтөнә ҡороған ағас ауған була.   Ир-егеттәр берҙәм йыйылып,  ҡороған, ҡартайған ҡайындарҙы быҫып, зыяраттан сығарып, таҙартып ҡуя.  

Әммә ләкин, хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел. Тирәкәй ауылы зыяраты ни өсөндөр балансҡа ҡуйылмаған. Шуға күрә район хакимиәтенән, ауыл биләмәһе  хакимиәтенән  финанс ярҙамы юҡ. Барыһын да ауыл халҡы һәм яҡташтар көсө менән күтәрергә тура килә. “Зыяратты тәртиптә тоторға, тирә-яғын саптырырға ла, техника, яғыулығы ла кәрәк. Былар барыһы ла шул финансҡа барып төртөлә. Хатта таҙалап сығарылған ҡайындарҙы беҙ тапшыра алмайбыҙ”, - тип әсенә ойоштороусылар. Уларҙың пландарында ошо ағастарҙы тапшырып, шул аҡсаға ауылда обелиск һәм зыярат биләмәһенә ҡышҡы ваҡыттарға йылы будка төҙөү булған.

  • Күмәкләп тотонғас, ҙур эште атҡарып сыға алдыҡ. Тик берҙәмлек менән генә бындай ҙур эштәр башҡарыла. Зыяратты тәртипкә килтереүҙә ярҙам күрһәткән ауылдаштарыма барыһына ла рәхмәтлемен. Кемдер техника, кемдер аҡса, кемдер үҙ көсө менән ярҙам итте. Айырыуса, Альмир Хәмәтнуров һәм уның улы Денискә, Радик Алетдиновҡа, Салауат һәм Илүсә Вәлимхәмәтовтар ғаиләһе, уларҙың ҡыҙҙары Светлана һәм Зәйнәбкә, Эльмира Сайпанова, Рәмил Ғәлимйәнов ғаиләләренә, мәрхүм Хәлит абый  Дәүләтовтың  малайҙары Реналь һәм Рәмилгә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, - ти ойоштороусыларҙың береһе Фаил Лотфуллин.- Шулай уҡ баштан аҙағына тиклем эш уртаһында ҡайнаған  егеттәребеҙҙе билдәләп үтмәйенсә булмай. Бына улар: ауыл старостаһы Мөнир Шафиҡов, Рәүис һәм Рәзиф Ильясовтар, Зәбир һәм мәрхүм Илдар Ғәлимйәновтар, Марсель Төхвәтуллин, Рим Дәүләтханов һәм тағы бер егетебеҙ Алмаз Зиннуров, ул ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  күптән түгел Украинала барған махсус операцияла һәләк булды. Бөгөн улар рухына ла аят бағышланды.

Тирәкәйҙәрҙең изге юлда йөрөүҙәренә шатланып бөтөп булмай. Тыуған ауылының йәшәйешенә битараф булмаған яҡташтар маҡтауға лайыҡ. Улар кесе тыуған яғының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Яҡташлыҡ көсө бер ваҡытта ла юғалмаһын, тип теләге килә. Изге эштә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҙур сауап алып, әруахтар рухы ла шатланғандыр.

Лилиә Хәсәнова.     

Мишкә районы.

Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Зыяратты тәртипкә килтерәләр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: