Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Май 2023, 08:40

Шишмә - йәшәү сығанағы

Гөмбә ауылының оло быуын вәкилдәре хәтирәләре менән бүлеште. Тулыраҡ сайтта:

Шишмә -  йәшәү сығанағы
Шишмә - йәшәү сығанағы

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Гөмбә ауылы янында Төпһөҙ шишмә сылтырап аға. Уның инеше артыҡ ҙур ҙа түгел, әммә ныҡ тәрән булыуы арҡаһында һыуы аяҙ тыныс көндә ҡуйы зәңгәр булып ялтырап ята. Шишмәнең тирә-яғында төрлө ағастар үҫә.

Үткән йыл бирелә “Атайсал” проекты буйынса  төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Ә быйыл яҙ "Зәңгәр шишмә янында" ҡунаҡ ихатаһы" экотуризм үҙәге" социаль проекты сиктәрендә Гөмбә ауылында тыуып үҫеп бөгөн Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Рәсимә Миңнулла ҡыҙы Рәхимйәнова Туҡтауһыҙ үҫеш институтының инициатив  төркөмө менән берлектә бирелә ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡара. Шишмә эргәһендә заманса сифатлы материалдарҙан, тимер биҙәктәр менән байытылған, өҫтәл-эскәмйәләре лә булған ҙур беседка, усаҡ яғыу урыны ла булған махсус ял итеү урыны, сәхнә һәм эскәмйәләр, бәҙрәф төҙөп ҡуйылған, матур фотозона ла булдырылған. Киләсәктә был йүнәлештә эште дауам итергә ниәтләйҙәр.

"Төпһөҙ шишмә – бик үҙенсә­лекл, серле  тәбиғәт ҡомартҡыһы ул. Элек урып-йыйыу эштәре ваҡытында, шишмәгә комбайн төшөп бата. Нисек кенә тырышһалар ҙа, уны табып, сығара алманылар. Хатта баш ҡаланан водолаздар ҙа килеп эҙләп ҡараны. Шишмә инешенә төшкән белгес туғыҙ метрҙан һуң кире сығырға мәжбүр булды, сөнки көслө өйрөлмәккә эләеп, тын ала алмай башланы. Ул әйтеүенсә, һыу менән тулы соҡорҙоң ярҙары аҡ таштарҙан тора. Бәлки был урын тау тоҡомдарының йыуылыуынан барлыҡҡа килгәндер, - тип һөйләне ошо ауыл аҡһаҡалы Әсҡәт Исхаҡ улы Нурдәүләтов.


Ауыл халҡы һөйләүенсә, тәүлек эсендә шиш­мәнең һыуы бер арта, бер кәмей. Был ғәжәйеп күренеште лә бер кемдә әлегә аныҡ ҡына аңлата алмай. Элегерәк бында  күпер, һыу тирмәне булған. Шишмә Төй йылғаһына ағып төшә. Ҡатын-ҡыҙҙар элек-электән ошонан көйәнтәләп һыу ташыған, сөнки һыуы тәмле, сәс һәм кер сайҡарға ла бик йомшаҡ. Был хаҡта ауылдың иң өлкән ағинәйе - 92 йәшлек Ҡәймә Ибатулла ҡыҙы Рәхимова һөйләне.

14 майҙа 80 йәшен тултырыусы Хәҙисә апай Сабирова ла ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән байрамға килгәйне. Алда әйтелгәндәрҙе ул да ҡеүәтләп, бөгөн шулай шишмә тирәһе гөрләп тороуына, заманса итеп төҙөкләндерелеүенә ҡыуанысын белдерҙе.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

Читайте нас: