Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Апрель 2023, 09:00

Байрамға матур бүләк

«Изгелек ағасы» изгелек өләшә.  

Байрамға матур бүләк
Байрамға матур бүләк

Әүҙем йәмәғәтсе, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, район Советы аппараты мөдире Айгөл Сөләймәнова изгелек һәм мәрхәмәтлек акцияһында даими ҡатнашыусыларҙың береһе. Был юлы ла Айгөл Нәфис ҡыҙы «Изгелек ағасы» хәйриә акцияһына ихлас ҡушылды. “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияны Асҡын ауылында инвалид бала тәрбиәләүсе әсәгә бүләк итте.

- Ураҙа ғәйетенә минән бүләк булһын гәзит. Изгелек өләшкәндән арта ғына. Бындай сараларҙа ҡатнашыу кәрәк. Һәр хәлдә, мин үҙем яйы сыҡҡан һайын ҡатнашырға тырышам. Гәзит – дауамлы бүләк , тиҙәр. Гәзит килгән һайын мин һайлаған ғаиләгә аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, рухи аҙыҡ, киләсәккә ышаныс өҫтәлһен, - тине Айгөл Нәфис ҡыҙы һәм хәленән килгәндәрҙе мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы.

Наилә Имаева.

 

Читайте нас: